Поздравление главы Администрации МР Бурзянский район Абдуллина Р.М. с Международным женским днем
Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Һеҙҙе яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ-ара катын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!
Һеҙҙе яҙҙың иң матур байрамы – Халыҡ-ара катын-ҡыҙҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Элек-электән ҡатын-ҡыҙ образы беҙҙең халыҡта әхлаҡи идеал булған, юҡҡа ғына гүзәллек һәм аҡыл, түҙемлек һәм сабырлыҡ, наҙ һәм һөйөү кеүек мөһим төшөнсәләрҙе ҡатын-ҡыҙ образына бәләмәйҙәр. Тап ҡатын-ҡыҙ тормошобоҙҙо йәмләй, йорт йылыһын, ғаилә усағын һаҡлау менән бер рәттән, районыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә тырышып хеҙмәт итә.
Ошо матур байрам көнөндә беҙ ғаилә усағын һәм именлеген һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, барлыҡ гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙҙәрен аямай алышҡан ветеран ҡатын-ҡыҙҙар, районыбыҙ өсөн тырышҡан тыл ветерандары алдында баш эйәбеҙ. Изгелекле, сабыр һәм оло йөрәкле булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Матур яҙғы байрам көнөндә Һеҙгә иң изге теләктәр яңғыраһын, һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың йылыһын һәм һөйөүен тойоп йәшәргә яҙһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен, ә ир-егеттәрҙән, Һеҙгә ҡарата, тик һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре генә яңғыраһын!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин
Последние новости

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»
Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!
Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто
Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).
МегаФон для бизнеса: как выбрать интернет-тариф для работы и путешествий
Решения для предпринимателей и компаний, которые ценят стабильность, скорость и удобство подключения
Здесь вы можете узнать о лучших предложениях и выгодных условиях, чтобы купить квартиру в Пушкино